«АММА» ғилми-етештереү предприятиеһы, яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте — ул блоклы-модуль ҡорамалдар етештереүгә махсусланған компания.
Барыһынан да элек, АММА компанияһы үҙ Заказсыларының ихтыяждарын тулыһынса ҡәнәғәтләндереүгә йүнәлеш алған, шул уҡ ваҡытта беҙ хеҙмәткәрҙәребеҙҙең, дөйөм йәмғиәттең мәнфәғәттәрен иҫәпкә алырға тырышабыҙ, шулай уҡ тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл мөнәсәбәттәбеҙ.
Эшмәкәрлегебеҙ барышында беҙ – бер станция етештереү булһынмы йәки ниндәй ҙә булһа объект өсөн тулы технологик ҡорамалдар комплексын әҙерләү булһынмы – үҙебеҙ ҡатнашҡан проекттарҙы юғары һөҙөмтәле итеп тормошҡа ашырыу өсөн фәнни белемде лә, ғәмәли тәжрибәне лә ижади файҙаланабыҙ.
Компанияның миссияһы–углеводородтар сығарыу процесының, нефть һәм газ объекттарын төҙөүҙең һөҙөмтәлелеген арттырыуға булышлыҡ итеү.
АММА эш биреүселәрҙең «Башҡортостан Республикаһы төҙөүселәре союзы» үҙ-үҙен көйләүсе ойошмаһының коммерция булмаған партнёрлыҡ ағзаһы булып тора.
Компания эшмәкәрлеге Рәсәйҙең төп страховка компанияларының береһе тарафынан страховкаланған.
Беҙ продукция сифатын, етештереү технологияһын, процестар менән идара итеү алымдарын даими рәүештә камиллаштырабыҙ, Халыҡ-ара стандарттарға яуап биргән продукция сығарырға тырышабыҙ. Предприятиела сифат менеджменты системаһы индерелгән; уға ярашлы, бөтә продукция ҡәтғи техник контроль үтә.
Компаниялағы барлыҡ процестар ҙа аныҡ билдәләнелгән, был продукция сифатының тотороҡло юғары кимәлен тәьмин итә.
Инновацион продукттарға ҙур әһәмиәт бирелә. АММА блоклы-модуль насос станцияһы һуңғы яңылыҡтарҙың береһе булып тора, уның файҙалы моделе Интеллектуаль милек, патенттар һәм тауар тамғалары буйынса федераль хеҙмәттә (Роспатент) теркәлгән.