АММА компанияһында үҙ хеҙмәткәрҙәренең, Заказсыларҙың һәм подрядсыларҙың хеҙмәтен, сәләмәтлеген һәм хәүефһеҙлеген , шулай уҡ тирә-яҡ мөхитте һаҡлауҙың юғары стандарттары ҡуйылған.
АММА компанияһы, кешеләрҙе һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлауҙы тәьмин итеп, үҙ хеҙмәттәренең һәм продукттарының сифатын бер туҡтауһыҙ яҡшыртыу мөмкинлеген үҙенең оҙайлы үҫешенең төп факторы тип иҫәпләй . Беҙ кешеләрҙең һаулығына, тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға, сифатты арттырыуға һәм эшлеклелек дәрәжәһен юғары кимәлдә тотоуға айырым иғтибар бүләбеҙ. Бындай йүнәлеш беҙҙең Заказсыларға ла һәм ғөмүмән йәмғиәткә ҙур файҙа килтерә.
АММА компанияһы бөтә хеҙмәткәрҙәрҙән һәм контрагенттарҙан хеҙмәтте һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендә әүҙем эшмәкәрлек һәм яуаплылыҡ талап итә. Беҙ бысратыуҙарҙы иҫкәртеп, тәбиғәт байлыҡтарынан файҙаланыуҙы һәм ҡалдыҡтар сығарыуҙы аҙайтып, тирә-яҡ мөхиткә йоғонтоно кәметергә ынтылабыҙ. Беҙ сеймалды ныҡ һөҙөмтәле эшкәртергә тырышабыҙ, шуның менән ҡалдыҡтар күләмен ҡыҫҡартабыҙ. АММА компанияһы етәкселеге хеҙмәтте һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендәге сәйәсәте һәм стандарттарҙы индереү һәм үтәү йәһәтенән төп ролде башҡара.