ISO 9001:2008 сифаты өлкәһендәге сәйәсәт
«АММА» ғилми – етештереү предприятиеһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте — ул
блоклы-модуль ҡорамалдар нигеҙендә нефть һәм газ тармағындағы инжинирингыны тәьмин итеүгә махсуслашҡан компания.
Компания линияһы — углеводородтар сығарыу процесының , нефть һәм газ объекттарын төҙөүҙең һөҙөмтәлелеген арттырыуға булышлыҡ итеү.
Беҙҙең компания үҙ Заказсыларының ҡәҙерен белә. Беҙҙең өсөн һәр Заказсы үҙенсәлекле һәм беҙ уның мәнфәғәттәре бәрәбәренә үҙ мәнфәғәттәребеҙҙән ваз кисергә лә әҙербеҙ.
Беҙ барлыҡ ҡыҙыҡһынған яҡтар — Заказсы, үҙ хеҙмәткәрҙәребеҙ, акционерҙар, күҙәтеүсе һәм контроллек итеүсе ойошмаларҙың вәкилдәре, дөйөм йәмғиәт – араһындағы үҙ-ара отошло хеҙмәттәшлек принциптарынан сығып эш итәбеҙ.
Беҙ ойошманың тышҡы һәм эске мөхитендәге үҙгәрештәргә һөҙөмтәле яуап бирерҙәй идара итеү системаһын булдырҙыҡ. Даими үҫеш — беҙҙең эшебеҙҙәге төп ҡағиҙә.
Оптималь сифатҡа оптималь процестар иҫәбенә ирешәбеҙ.
Ғәмәлдәге эш циклдарының бөтә стадияларынан дөрөҫ һәм үҙ ваҡытындағы мәғлүмәттәр уларҙың үтәлешенә ышаныслы контролде тәьмин итә.
Беҙҙең хеҙмәткәрҙәр — юғары кимәлдәге һөнәрмәндәр. Һәр хеҙмәткәрҙең үҙ эше өсөн шәхсән яуаплылығы—уның эш сифатының күрһәткесе. Компания хеҙмәткәрҙәре сит илдәрҙәге семинарҙарҙа, ғилми-тикшеренеү институттарында үҙ квалификацияларын даими рәүештә күтәрәләр.
Компанияның барлыҡ персоналы сифат системаһы принциптарын яҡлай, уны төҙөү процесына йәлеп ителгән, үҙ эшенең маҡсатын асыҡ аңлай, һөҙөмтәне күрә һәм уға йоғонто яһай . Һәр хеҙмәткәрҙең фекере сифат системаһы эшендә иҫәпкә алына.
Беҙҙең компания тәбиғәтте һаҡлау һәм хәүефһеҙ производство мөхите булдырыу проектын хуплай һәм әүҙем үҫтерә. Беҙ киләсәк өсөн тирә-яҡ мөхитте һаҡлау зарурлығы һәм хәүефһеҙ производство даирәһе өсөн яуаплылыҡ тоябыҙ.
Беҙ компанияның кадрҙар потенциалын матди ҡыҙыҡһындырыу һәм тейешле социаль шарттар булдырыу юлы менән һаҡлайбыҙ һәм үҫтерәбеҙ.
Компания етәкселеге ошо сифат сәйәсәтен үтәү шарттарын тәьмин итеү бурысын үҙ өҫтөнә ала.Тирә-яҡ мөхитте һәм хеҙмәт хәүефһеҙлеген һаҡлау сәйәсәте беҙҙең компанияның бөтә хеҙмәткәрҙәре өсөн дә мотлаҡ булып тора.